18 апрель - Милли кейем көнө.

Апрель 17, 2025 Просмотров: 701
18 апрель - Милли кейем көнө. Ул 2020 йылдан алып билдәләнә һәм халыҡ тарафынан да ҙур ҡыҙыҡһыныу, хуплау таба.
Башҡортостанда 130-ҙан ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙенең тарихы, йолалары, милли кейемдәре. Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә, үҫеп килгән быуынға йолаларыбыҙҙың ҙур байлыҡ булыуын аңлата. Милли костюм – ябай ғына кейем түгел, оҙон тарихи юл һөҙөмтәһе. Ул - халыҡтың мәҙәниәт, тарих үҙенсәлеген сағылдырыусы быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы.
Милли кейем көнө уңайынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзилә Рауил ҡыҙы Исламғәлиева етәкселегендә 9-сы в класы уҡыусылары өсөн “Милли кейемдәр – халҡыбыҙ тарихының сағылышы” темаһына асыҡ дәрес үтте. Уҡыусылар милли кейем элементтары хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән танышты, уларҙың халҡыбыҙ тарихына булған бәйләнешен асыҡланы, тормошта ҡулланылышы һәм нисек тегелеше хаҡында белешмә алды.
Дәрес барышындағы йәнле әңгәмәлә уҡыусыларҙың милли кейемгә ыңғай ҡарашта булыуы һәм уға хөрмәт менән ҡарауы асыҡланды. Балалар милли кейемдәрҙең бөгөнгө көн модаһына әйләнеүенә ышаныу белдерҙе.