Дуҫлыҡ һәм татыулыҡ байрамы менән!
Ноябрь 2, 2024
Просмотров: 1038
4 ноябрь Рәсәйҙә - Халыҡтар берҙәмлеге көнө. Был байрам 2005 йылдан алып дүрт быуаттан ашыу элек Ватаныбыҙҙы яҡлаған батырҙарҙың ҡаһарманлығына тәрән хөрмәт йөҙөнән билдәләнә.
Ни өсөн ул Халыҡтар берҙәмлеге көнө тип атала? Байрамды иғлан итеү тураһындағы закон проектына аңлатма ла быға асыҡлыҡ индерә: «1612 йылдың 4 ноябрендә халыҡ ополчениеһы яугирҙәре, сығышына, диненә һәм йәмғиәттәге дәрәжәһенә ҡарамай, бөтә халыҡтың батырлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһөн күрһәтә».Башҡортостанда нисә милләт вәкилдәре бар? Республикала 160-тан ашыу милләт кешеһе йәшәй. Улар өсөн милли-мәҙәни һәм тарихи-мәҙәни үҙәктәр, милли йәмәғәт ойошмалары, милли гимназиялар һәм лицейҙар, йәкшәмбе мәктәптәре эшләй. Балалар 13 туған телде өйрәнә. Төбәктең күп милләтле көсө - халыҡтарҙың берҙәмлегендә һәм килешеп йәшәүендә.