14 декабрь – Башҡорт теле көнө!

Декабрь 13, 2023 Просмотров: 267

Беҙҙе батыр иткән тел ул;
Беҙҙе матур иткән тел ул;
Беҙҙе сабыр иткән тел ул;
Беҙҙе ғорур иткән тел ул-
Һай, афарин башҡорт теле!
Беҙҙе төйәк иткән тел ул;
Беҙҙе һөйәк иткән тел ул;
Беҙе көйөк иткән тел ул;
Беҙҙе бөйөк иткән тел ул-
Һай, афарин башҡорт теле!
Мең – мең йылдар үткән тел ул;
Мең киҫелеп, үҫкән тел ул;
Ҡылды ҡырҡҡа киҫкән тел ул;
Дуҫлыҡ аманат иткән тел ул –
Һай, афарин башҡорт теле!
Йөҙ халыҡты аңлар тел ул;
Изгелекте һаҡлар тел ул;
Моңло, йырлы сәсән тел ул;
Утты – һыуҙы кискән тел ул-
Һай, афарин башҡорт теле!
Йөрәгемде һулҡылдатҡан
Ҡан тамыры менән бер ул!..
Мәғҙән йәшеренгән ер ул,
Әле асылмаған сер ул…
Һай, афарин башҡорт теле!


Автор:Дилара Арсаева