12 июнь – Рәсәй көнө.

Июнь 10, 2023 Просмотров: 168
12 июнь – Рәсәй көнө. Рәсәй -Тыуған илебеҙ,беҙҙең оло Ватаныбыҙ! Миллионлаған рәсәйлене берләштергән был байрам берҙәмлек һәм бойондороҡһоҙлоҡ символы булып тора. 1990 йылда ҡабул ителгән Дәүләт суверенитеты тураһында декларацияла социаль-иҡтисади именлеккә өлгәшеүгә йүнәлтелгән артабанғы үҫеш юлдары билдәләнде. Был йылдар эсендә ҙур юл үтелде һәм бөгөн Рәсәй бөтөн һынауҙарҙы лайыҡлы үткәргән, халыҡ-ара аренала үҙ позицияһын ныҡлы яҡлаған көслө дәүләт булып тора. Рәсәйҙең оборона hәләтлелеге, иҡтисади hәм сәйәси позициялары нығына. Ватаныбыҙ яҙмышы, илһөйәрлектең һәм гражданлыҡтың күп быуатлыҡ традициялары өсөн яуаплылыҡ киләсәктә лә беҙҙең илебеҙ халыҡтарын берләштереп торасаҡ, иң ҙур һәм әһәмиәтле маҡсаттарға ирешергә ярҙам итәсәк. Халыҡтың рухи hәм әхлаҡи ҡиммәттәре арта, кешеләрҙең иртәгәhе көнгә ышанысы үҫә.